Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Йәш өфөлөләр «Йәй һәм китап» конкурсында ҡатнаша ала

Йәмғиәт

Йәйге каникул ваҡытында йәш өфөлөләр йыл һайын үткәрелеүсе «Йәй һәм китап – 2011» конкурсында ҡатнаша ала. Быйыл ул 17-се тапҡыр уҙғарыла һәм «Йәйҙең төҫлө биттәре» тип атала. Өфө китапханалары хеҙмәткәрҙәре китап уҡырға яратыусыларҙы был биттәрҙе асып ҡарарға, күп яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға саҡыра.

— Үҙ яйығыҙға, кинәнес алып уҡып, һеҙ беҙҙең конкурста ла ҡатнаша алаһығыҙ, — тип өндәй балаларҙы китап һаҡлаусылар.

Конкурс шарттары ябай, бының өсөн йәй осоронда 20 китап уҡырға, ижади эш башҡарырға һәм китапхана дуҫы булырға кәрәк.

Еңеүселәрҙе нетбук һәм электрон китаптар кеүек матур бүләктәр көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть