6 декабрь, Шишәмбе

26 июль 2011 йыл, 16:38

«Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең үҙенең сайты асылды

автор: Любовь Колоколова

«Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе www.deloros-rb.ru адресы буйынса рәсми сайтын асты.

Сайтта «Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһе, уның Советы составы  тураһында тулы мәғлүмәт, ойошма тормошонан һуңғы хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан яңылыҡтар урынлаштырылған. «Бүлексә ағзалары» бүлегендә «Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең һәр ағзаһы тураһында мәғлүмәт урын аласаҡ. Сайтты ваҡыты-ваҡыты менән актуаль һәм ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән тулыландырып тороу планлаштырыла.

Яңы асылған мәғлүмәт ресурсы эшҡыуарлыҡтың актуаль мәсьәләләрен ҡарауға һәм хәл итеүгә халыҡты йәлеп итеүсе мөһим майҙансыҡтарҙың береһе буласаҡ, тип иҫәпләй ойоштороусылар.