Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда һәләтле йәштәрҙең үҙҙәрен танытыу мөмкинлеге тыуҙы

Йәмғиәт

«Йондоҙло осош» йәш таланттар хит-парады» шоу-проектында ҡатнашыу өсөн кастинг дауам итә. 15-35 йәшлек барлыҡ теләүселәр 6 авгусҡа тиклем үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтә ала. Актерҙар, моделдәр, бейеүселәр, йырсылар, үҙенсәлекле жанр артистары, шоумендар, ди-джейҙар, музыканттар, фотографтар һәм киләсәктә ижадын хөрмәт итеүселәрҙе үҙенең һәләте менән хайран ҡалдырырға әҙер булған барлыҡ кешеләр 8(347)293-55-45 телефоны буйынса шылтырата йәки ufa.hitparad@imkotera.com электрон адресына заявка ебәрә ала.

Кастинг һөҙөмтәләре буйынса 50 иң яҡшы ҡатнашыусы һайлап алыу турына (7-14 август) үтәсәк, уларҙың яртыһы финалға эләгә һәм 3 сентябрҙә Өфөнөң күңел асыу клубтарының береһендә уҙасаҡ еңеүселәр Гала-концертында сығыш яһаясаҡ. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк.

Йәш таланттарҙың сығыштарын БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһалаясаҡ.

Проект сағыу, һәләтле шәхестәрҙе асыҡлауға, йәш быуындың эстетик зауығын үҫтереүгә һәм мәҙәни кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть