5 декабрь, Дүшәмбе

26 июль 2011 йыл, 12:51

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара Уҡыусылар уйындары Президенты Торстен Раш менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

25 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындары Президенты Торстен Раш һәм ярыштарҙың генераль секретары Ричард Смит менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда яҡтар үҙ-ара килешеп эш итеү, балалар спортын үҫтереү һәм, атап әйткәндә, Өфө йәш спортсыларының йәйге Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарында ҡатнашыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Мин һеҙҙең хаҡта күп ишеттем, һәм бөгөн бик уңышлы көн: һеҙҙең менән таныштым. Республикабыҙ һеҙгә оҡшағандыр, һәм Өфөлә, беҙҙең республикала ярыштар үткәреү тураһында һөҙөмтәле һөйләшеүҙәрҙе дауам итер өсөн беҙҙә перспективалар бар, тип ышанам, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Рәсәйҙең эре субъекттары иҫәбенә инә, тип белдерҙе Президент. Халыҡ иҫәбе буйынса республика етенсе урында тора, ә барлыҡ тиерлек төрҙәр буйынса сәнәғәт производствоһы күләмдәре, тулайым төбәк продукты буйынса ул Рәсәйҙең ун иң яҡшы төбәге иҫәбендә.

— Бынан тыш, беҙ, әлбиттә, спорт республикаһы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Хоккей, биатлон, тау саңғыһы, трамплиндан һикереү һәм конькиҙа шыуыу спорты кеүек һәм спорттың башҡа ҡышҡы төрҙәре беҙҙә яҡшы үҫешкән. Шуның өсөн беҙ спорт һәм, әлбиттә, балалар спорты үҫешенә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Беҙҙә республикала балалар спортын үҫтереү программаһы ярайһы уҡ ҙур. Уны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса ла, мөмкинлектәр лә, көс тә йәлләмәйәсәкбеҙ. Әгәр беҙгә Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарын үткәреү хоҡуғын бирһәләр, беҙ ярыштарҙы лайыҡлы үткәрер инек, быға иманым камил.

Торстен Раш Халыҡ-ара уҡыусылар Ассоциацияһы исеменән республикала булыу мөмкинлеген биргән өсөн БР Президентына, ҡабул итеүҙе ойошторған кешеләргә, атап әйткәндә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никеринға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙ бында өс бик матур көн үткәрҙек һәм һеҙҙең төбәктең ҡунаҡсыллығына һәм иҫ киткес матур тәбиғәтенә ғәжәпләндек, — тине Раш әфәнде.

Өфөнөң ҙур мөмкинлектәргә һәм ныҡлы матди-техник базаға эйә булыуын һәм үҙенең ҡалала спорттың яҡшы үҫешеүе менән бик ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе, бөтә донъя мәктәп уҡыусыларына бында булыу файҙалы булыр ине, тине ул.

— Беҙ шулай уҡ 10 көндән Ланаркшир графлығында сираттағы йәйге Уҡыусылар уйындарының башланыуына бик шатбыҙ. Һеҙҙең дә спортсыларығыҙ алдынғылар сафында булырына ышанам. Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарын үткәргәндә иң мөһиме балаларҙың быға ҡарашы. Уларҙың фекере беҙҙең өсөн үтә мөһим. Һәм, әлбиттә, уйындар тамамланғас, һеҙҙең балаларҙың да фекерен, нимәләр кисереүен белеү ҡыҙыҡ булыр ине, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Торстен Раш.