10 декабрь, Шәмбе

26 июль 2011 йыл, 11:06

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан 2011 йылда 1,4 миллион квадрат метр аҙ ҡатлы йорт төҙөйәсәк»

автор: «Башинформ»

Башҡортостанда йыл аҙағынаса 16 мең аҙ ҡатлы йорт төҙөләсәк, һәм был күрһәткестәр буйынса республика Рәсәйҙең биш лидер төбәге иҫәбенә инә, тип йома көндө хәбәр итте «Интерфакс-Поволжье» агентлығына төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов.

«Беҙ йыл аҙағынаса 1 миллион 400 мең квадрат метр аҙ ҡатлы шәхси йорт төҙөргә тейешбеҙ. Был яҡынса 16 мең йорт. Ошо күрһәткес буйынса беҙ – лидер, беҙ – Рәсәйҙең биш иң яҡшы төбәге иҫәбендә. Беҙгә үҙҙәре торлаҡ төҙөгән республикабыҙ халҡы ярҙамға килә. Ләкин беҙ ҙә был төҙөлөштө арзанайтырға, ер бирергә һәм кәрәкле инфраструктура булдырырға тырышабыҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.

2011 йылда төбәк властары шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн инфраструктура булдырыуға 600 миллион һум самаһы аҡса бүләсәк, тип билдәләне ул.

«Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн инфраструктураға беҙ 600 миллион һум самаһы аҡса планлаштырҙыҡ, ә юлдар төҙөлөшө менән бергә беҙҙең сығымдар 1 миллиард 400 миллион һумға барып баҫасаҡ. Шуға кеше йорт һала ла инде, сөнки улар газ, электр энергияһы һәм юлдар менән ярҙам итеүҙе күрә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.