11 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2011 йыл, 9:48

Рөстәм Хәмитов виртуаль киңлектә Топ-10 иң әүҙем төбәк башлығы рейтингына инде

автор: «Башинформ»

Президент Рөстәм Хәмитов виртуаль киңлектә ун иң әүҙем Рәсәй төбәктәре башлығы иҫәбенә инде. Был Төбәк мәғлүмәт институтының 2011 йылдың июнь айына мәғлүмәттәре. Тикшеренеүҙәрҙә губернаторҙарҙың блогы анализлана, унда субъект башлығының әүҙемлеге һәм уҡыусылар менән кире бәйләнеш буйынса баһа бирелә.

Ағымдағы йылдың июнь айында Рөстәм Хәмитов үҙенең http://blog-rkhamitov.livejournal.com/ блогында ете яҙма ҡалдырған, уларға «Живой Журнал» уҡыусыларынан 1315 комментарий алған. Үҙенең блогында Башҡортостан Президенты тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре, республика буйынса эш сәфәрҙәре, ауыл хужалығы үҫеше, инновацион инфраструктура үҫтереү, Япония делегацияһының визиты һәм инновацион проекттар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, Санкт-Петербургта Иҡтисади форумда ҡатнашыуы тураһында яҙған, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.