Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Байыҡ-2011» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Сәйәсәт

Мораҙым тарлауығында «Урман әкиәте» ял базаһында Рөстәм Хәмитов балалар ижады күргәҙмәһен ҡараны һәм 3-15 йәшлек балалар араһында «Байыҡ — 2011» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы Гала-концертын асыу тантанаһында ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар республиканың төрлө райондарынан, Чечен Республикаһынан, Дағстандан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан килгән.

Ял базаһының ҡырҡыу мәсьәләһе — «Урман әкиәте»нә алып барған асфальт түшәлгән яҡшы юлдың булмауы. Хәҙер унда тиклем 18 километрлыҡ ауыл-ара ҡырсынташ юлдан барырға мөмкин. Бындай юлдан автотранспорт йөрөгәндә туҙан күтәрелә һәм күреү мөмкинлеге ҡапыл түбәнәйә. Ә был юлдан балалар менән автобустар ҙа йөрөй.

Рөстәм Хәмитов конкурста ҡатнашыусылар һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны. Сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Президенты йыйылғандарҙы халыҡтарҙы берләштергән бейеү һәм дуҫлыҡ байрамы менән ҡотланы.

«Бөгөн йөҙәрләгән кеше был байрамда ҡатнаша. Был байрамдың тәрән тамыр йәйгән йолалары булыуы хаҡында һөйләй. Ул барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм кәрәкле», — тине Рөстәм Хәмитов.

«Байыҡ — 2011» башҡорт бейеүен башҡарыусылар телевизион конкурсында 470-тән ашыу бала ҡатнашҡан. Конкурста тәҡдим ителгән бейеүҙәрҙең күпселеге башҡорт риүәйәттәре һәм халыҡ фольклоры нигеҙендә ҡуйылған. Благовар районынан Индира Сибәғәтуллина «Заһиҙа» бейеүе өсөн «яңғыҙ хореографик сығыш яһау» номинацияһында Гран-при яуланы. Ансамблдәр араһынан иң юғары награданы – Асҡын районы бейеү коллективы, «дуэт» номинацияһында Әлшәй районынан Камила Губаева менән Линар Насибуллин яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть