Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Мораҡ район үҙәгендә бассейнлы балалар баҡсаһы төҙөлә

Сәйәсәт

Мораҡ район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов 220 урынлыҡ бассейнлы балалар баҡсаһына тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашты.

Объекттың смета хаҡы – 135 миллион һум, төҙөләсәк ике ҡатлы бинаның майҙаны 3,7 мең квадрат метр тәшкил итә.

Был Мораҡтағы бишенсе балалар баҡсаһы буласаҡ. План буйынса сафҡа индереү срогы – 2012 йылдың июнь айы.

Яңы балалар баҡсаһы яҡын киләсәктә «Йәштәр» биҫтәһе булдырыласаҡ урында төҙөлә. Бында 216 шәхси йорт төҙөү ҡаралған.

Рөстәм Хәмитов төҙөлөп ятҡан йорттарҙың береһен ҡараны һәм районда шәхси йорт төҙөүҙең үҙҡиммәте хаҡында ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, бер квадрат метры бында 11,7 мең һумға төҙөлә (эске биҙәү эштәрен иҫәпкә алмайынса).

«Бындай майҙансыҡтарҙы комплекслы рәүештә, инженер селтәрҙәрен, инә торған юлдар һәм социаль-мәҙәни, көнкүреш объекттарын төҙөү менән бергә үҙләштерергә кәрәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть