9 декабрь, Йома

25 июль 2011 йыл, 14:22

Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районында урып йыйыу эштәре барышы менән танышты

автор: ИА «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Күгәрсен районында Рөстәм Хәмитов Сәлих ауылы янындағы «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуында урып йыйыу эштәре менән танышты. Хужалыҡтың 8308 гектар биләмәһе бар, ул 28000 центнерҙан ашыу иген, 4000 центнер көнбағыш, 62000 центнерҙан ашыу шәкәр сөгөлдөрө етештерә.

Ауыл хужалығы эштәре заманса техника ярҙамында атҡарыла. Ошонда уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары практика үтә.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов яҡында урынлашҡан Сергей Тужилкиндың ғаилә фермаһында булды. Хужалыҡта 120 баш эре мал, 100 һарыҡ һәм 30 ат иҫәпләнә. Элек был урында ташландыҡ ферма булған, 2008 йылда эшҡыуар уны һатып алып, шәхси малсылыҡ комплексы булдырған. Ағымдағы йылдың алты айы эсендә хужалыҡта 81 тонна һөт етештерелгән һәм тапшырылған. Ошонда уҡ ҡымыҙ бешеү ойошторолған.

Рөстәм Хәмитов хужалыҡта булған проблемалар, атап әйткәндә мал аҙығының булыу-булмауы, һатыу мәсьәләһе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Республика бындай предприятиеларға ярҙам итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

темалар: БР Президенты