9 декабрь, Йома

25 июль 2011 йыл, 13:37

Мәләүез халҡы ярма һәм макарон изделиеларын Рәсәйҙең бөтә Европа өлөшөнә һәм Көнбайыш Себергә ебәрә

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Мәләүездә «Клен» ярма компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов икмәкхананы, макарон изделиеларын етештереүҙе ҡараны, ярмалар етештереү һәм фасовкалау цехтарында булды, әҙер продукция өлгөләре менән танышты.

Предприятие ярма һәм макарон изделиеларын етештерә. Бында 44 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы – 9000 һум самаһы. Йыл башынан алты ай эсендә предприятиела 1369 тонна ярма һәм 614 тонна макарон изделиелары етештерелгән.

Производствоның үҫеш перспективалары ҡарабойҙай эшкәртеү буйынса цехты реконструкциялау, һоло эшкәртеү буйынса цех төҙөү, ҡаты сортлы бойҙай эшкәртеү өсөн тирмән булдырыу, 7000 тонна һыйышлы иген келәтенең икенсе сиратын һәм ҡаты сортлы бойҙайҙан макарон изделиеларын етештереү өсөн цех төҙөү менән бәйле.

Рөстәм Хәмитов етештерелгән продукцияға һорау булыу-булмауы тураһында ҡыҙыҡһынды. Продукция Рәсәйҙең бөтә Европа өлөшөнә һәм Көнбайыш Себергә ебәрелә, тип билдәләне предприятие етәкселәре.

темалар: БР Президенты