9 декабрь, Йома

25 июль 2011 йыл, 12:13

Башҡортостан Президенты Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы эше менән танышты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Мәләүез районы буйлап эш сәфәре барышында «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов етештерелгән продукция күргәҙмәһен ҡараны (бында 200 самаһы төрҙәге изделие әҙерләнә), заводтың һаулыҡ һаҡлау пунктында булды.

Предприятие – 1957 йылдан, «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булараҡ 1992 йылдан эшләп килә. Бында төҙөлөштә ҡулланыу өсөн бетондан изделиелар етештерелә, һатыу өсөн дә бетон етештереү ойошторолған. Предприятие ҡеүәте – йылына 166,2 мең кубометр тимер-бетон изделиелар. Етештереү ҡеүәтенең тәьмин ителеше 97,1 процент тәшкил итә. 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына производствоға 33,6 миллион һум (пландың 44,2 проценты) инвестицияланған. Заводта 800-ҙән ашыу кеше эшләй. Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығы һөҙөмтәләре буйынса предприятиела уртаса эш хаҡы 13900 һум тәшкил иткән.

Завод продукцияһы бөтә Рәсәйҙә, Сочиҙа төҙөлгән олимпиада объекттарын һәм тимер юлдарҙы электрлаштырыу өсөн һатыла. Предприятиеның төп проблемаһы — әҙер продукцияны тейәп ебәреү өсөн тимер юл вагондарының етмәүе.

темалар: бр президенты