4 декабрь, Йәкшәмбе

25 июль 2011 йыл, 11:07

Рөстәм Хәмитов Мәләүез һәм Күгәрсен райондарында булды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

23 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Мәләүез һәм Күгәрсен райондарында булды. Республика башлығы иген урыу кампанияһы барышы, райондарҙың предприятиелары һәм инфраструктураһы эше менән танышты.

Мәләүез районында Рөстәм Хәмитов Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуында булды, унда ул арпа һәм һоло урыу эшенең барышы менән танышты. Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы 1949 йылда ойошторолған. Бөгөн ул – райондың эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Ауыл хужалығы етештереү кооперативының ауыл хужалығы биләмәләре – 8200 гектар, баҫыуҙары – 6700 гектар тәшкил итә. Хужалыҡта мал үрсетеү йүнәлеше лә бар – бында 610 баш эре мал иҫәпләнә. Предприятиела 270 кеше эшләй.

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы техникаһын ҡараны һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Республика башлығына аграрийҙар иген культураларын бер гектарҙан – 30-35 центнер кимәлендә, ә ужым культураларын бер гектарҙан 50 центнерҙан ашыу урып алырға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне. Бынан тыш, һауа шарттары быйыл аҙыҡты ҙур запастар менән әҙерләргә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Президенты артып ҡалғанын мал аҙығы културалары уңмаған төбәктәргә ебәреү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

темалар: БР Президенты