10 декабрь, Шәмбе

25 июль 2011 йыл, 10:08

Рөстәм Хәмитов аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: "Башинформ"

22 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңы Ступино ауылында (Мәскәү өлкәһе) Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәргән аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Кәңәшмәлә Федерация субъекттарының торлаҡ төҙөлөшө программаларын дәртләндереү хаҡында һүҙ барҙы. Алдағы биш йылда был маҡсаттарға бюджеттан 25 миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк.

Владимир Путин артыҡ административ кәртәләрҙе бөтөрөргә,шул иҫәптән төҙөлөшкә рөхсәт биргәндә проект документацияһын яраштырыу ваҡытын кәметергә ҡушты. Был хаҡта республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.