Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда 782 мең квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөлгән

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостанда 781,8 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Был 2010 йыл кимәле менән сағыштырмаса 103,1 процент тәшкил итә. Был сегментта йыллыҡ пландың (2,1 миллион квадрат метр) йәмғеһе 37,2 процент эше башҡарылған. Күп ҡатлы йорттар һаны дөйөм күләмдең 21,3 процентын тәшкил итә, үткән йылдың тәүге ярты йыллығында был күрһәткес 25,8 процент тәшкил итте. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2010 йыл кимәле менән сағыштырмаса өс тапҡырға күберәк торлаҡ төҙөлгән Илеш районында, Белорет районында (171%), Күмертауҙа (179,8%) әүҙем төҙөлөш эштәре алып барылған. Ҡала округтары араһынан Өфөлә (108,3%) һәм Октябрьскийҙа (100,1%) 100 проценттан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән.

Республика Дәүләт төҙөлөшөнөң матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сафҡа индерелгән йорттар күләме биш ҡала һәм 23 районда кәмегән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть