9 декабрь, Йома

22 июль 2011 йыл, 15:55

Рөстәм Хәмитов Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы советы Рәйесе менән осрашты

автор: «Башинформ»

21 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы советы Рәйесе Евгений Кузнецов менән осрашты. Әңгәмә барышында республикала ҡулланыусылар кооперацияһы системаһының артабанғы үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, ваҡытында республикала «Башпотребсоюз» тигән бик көслө ойошма булған.

— Төрлө сәбәптәр арҡаһында бөгөн ул көслө лә, йоғонтоло ла түгел. Бөгөн беҙ ауыл хужалығында ла, бәләкәй бизнеста ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә күрәләтә асыҡ, биләнмәгән урындар булыуын аңлайбыҙ. Әгәр мөмкин булһа, бөгөн беҙ тергеҙеү варианттарын мотлаҡ табырға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Евгений Кузнецов һүҙҙәренә ҡарағанда, эшмәкәрлектең дөйөм күләме буйынса «Башпотребсоюз» системала етенсе урынды биләй. Әгәр ҙә эшмәкәрлектең әҙерләү өлкәһе, дөйөм туҡланыу үҫеше кеүек айырым төрҙәрен алғанада, ул – тәүге өс лидер иҫәбендә. Ләкин унан да артығыраҡ ҙур потенциал бар. Тәү сиратта – ул республика халҡы.

Үҙәк союзы башлығы Башҡортостан Президентына республика территорияһында ҡулланыусылар кооперацияларына ярҙам итеү программаһын булдырыу мөмкинлеген ҡарау үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Унда республика өҫтөнлөклө һанаған һәм ҡулланыусылар кооперацияһы эшмәкәрлеген йүнәлтә алған эшмәкәрлек төрҙәре буйынса ярҙам күрһәтеү сағылыш таба алыр ине. Был хаҡта Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.