5 декабрь, Дүшәмбе

22 июль 2011 йыл, 10:39

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлегендә Рөстәм Хәмитов рейтингы тағы ла артты

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең төбәк лидерҙары араһында ун иң яҡшы лоббист иҫәбендә рейтингы өсөнсө ай тоташ арта бара. Быны Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы «Независимая газета» заказы буйынса үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре күрһәтә.

Рөстәм Хәмитов төбәк лидерҙар исемлегендә «Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында һигеҙенсе урын яулаған. Башҡортостан Президенты позицияһы 3,93 балл менән баһаланған ағымдағы йылдың май айы күрһәткестәре менән сағыштырмаса июндә был коэффициент артҡан һәм ул 4,01 балл тәшкил итә.