8 декабрь, Кесе йома

22 июль 2011 йыл, 10:11

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ балалар баҡсаһында урын етмәү мәсьәләһен хәл итергә бурыслыбыҙ»

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Республика Йортонда кесе йома, 21 июлдә, балалар баҡсаһында урын етмәү мәсьәләһе ҡаралды – был етди ҡарарҙар һәм аҡса һалыуҙар талап иткән ҡырҡыу мәсьәлә. Селектор кәңәшмәһен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

— Республика буйынса бөгөн балалар баҡсаһы менән тәьмин ителеү – ҙур проблема. Ҡәнәғәтләндерелмәгән ғаризалар һаны йыл башына 70 мең самаһы тәшкил итә. Һуңғы йылда 19 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителде, элек бындай һан өс йыл эсендә теркәлгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Мөрәжәғәт итеүсе граждандар һаны артыуы халыҡтың беҙгә ышаныуы, был мәсьәләне хәл итә алыуыбыҙға ышаныуы тураһында ғына һөйләй.

Төбәк башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән йылдарҙа балалар баҡсаларында урындар һаны кескәйҙәр һанына ҡарағанда яйыраҡ артҡан. Шулай итеп, 2008 йылдан алып 2010 йылға тиклемге осорҙа балалар баҡсаһында урындар һаны 17 меңгә, ә бер йәштән алып алты йәшкә тиклемге балалар һаны 30 меңдән ашыуға артҡан. 2004 йылда башланған тыуым артыуы әле лә дауам итә, тип билдәләне Президент.

Былтыр «2008-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһы үҫеше» республика маҡсатлы программаһының тормошҡа ашырылыу срогын 2013 йылға тиклем дауам итергә ҡарар ителгәйне. Өс йыл дауамында ул бығаса булмаған күләмдә финансланасаҡ – 9 миллиард һум самаһы. Быйыл финанслау күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Средстволар бүлеү балалар өсөн 24 меңдән артыҡ яңы урын булдырырға мөмкинселек бирәсәк.

Ләкин, Президент әйтеүенсә, проблеманы тулыһынса хәл итеү өсөн был ғына етмәй.

— Программа уңышлы тормошҡа ашырылһа, 2013 йылдың аҙағына 195 мең сабый балалар баҡсаһына йөрөй аласаҡ. Ләкин беҙҙең фаразлауға ярашлы, республикала уларҙың һаны 315-кә тиклем етәсәк. Һәм йәнә 100 меңдән алып урынға дефицит, — тип билдәләне Рөстәм Хәмиов.

Президент фекеренсә, был этапта яңы альтернатив алымдар кәрәк.

— Бюджет иҫәбенә яңы балалар баҡсаларын төҙөүгә генә иҫәп тоторға түгел, башҡа механизмдарҙы ла ҡулланыу зарур.

Ғаилә балалар баҡсалары үҫеше уларҙың береһе булыуы мөмкин. Өҫтәүенә мәктәпкәсә белем биреүҙең бындай формаһы республикала үҙен танытты инде һәм был ыңғай тәжрибәне бөтә төбәк буйлап йәйелдереүе мөмкин һәм кәрәк.

Икенсе перспективалы йүнәлеш тип Рөстәм Хәмитов дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә яңы балалар баҡсаларын булдырыуҙы ла атаны.

— Граждандар был мәсьәләне үҙаллы хәл итергә әҙер. Бында уларға ярҙам күрһәтергә кәрәк, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе Президент. – Мәҫәлән, бүлмәләр менән. Ведомство ҡарамағында булмаған һәм шәхси балалар баҡсаларына муниципаль милектә иҫәпләнгәндәренә кеүек үк уңайлы эшләү шарттарын булдырыу зарур. Шәхси балалар баҡсаһының бизнес ҡына түгел, күп йәһәттән социаль проект булыуын аңлау мотлаҡ, уға, әлбиттә, ярҙам итергә кәрәк.

Шулай уҡ ыңғай тәжрибә өлгөһө итеп республика башлығы Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын килтерҙе, унда муниципаль балалар баҡсаларында урын ала алмаған ғаиләләргә аҡса түләнә.

— Ундай ғаиләләр ике меңдән алып өс меңгә тиклем ала. Бәлки, был күп тә түгелдер. Ләкин был проблеманан сығыуҙа тәүге аҙымдар. Улар кешеләргә балаларын түләүле ғаилә балалар баҡсаларына урынлаштырырға мөмкинселек бирә, — тине Президент.

Уҙған йылдар дауамында тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған элекке балалар баҡсалары биналарын муниципаль милеккә кире ҡайтарыу ҙа урындар етмәү проблемаһын шулай уҡ хәл итә.

Тағы ла бер юл – йорт төҙөүселәр алдына майҙандың бер өлөшөн, мәҫәлән, бинаның беренсе ҡатын балалар баҡсаһы өсөн бүлеү бурысын ҡуйыу.

Рөстәм Хәмитов йәнә бер проблемаға – мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең түбән хеҙмәт хаҡына иғтибар итте. Президент уйлауынса, түбән эш хаҡы тәҡдим ителгән хеҙмәт сифатының түбәнәйеүенә лә килтерә.

— Хәҙер балалар баҡсаһында уртаса эш хаҡы ни бары 9 мең һум тәшкил итә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 13 мең самаһы.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, тәрбиәсе эше – ул ҙур яуаплылыҡ һәм билдәле оҫталыҡтар, түҙемлелек талап иткән оло хеҙмәт. Һәм был хеҙмәт лайыҡлы баһаланырға тейеш.

Билдәләп үтәйек, селектор кәңәшмәһен үткәргән көндө Рөстәм Хәмитов исеменә Башҡортостандың балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар асыуҙы финанслау программаһына индереү тураһында заявкаһына «Балалар баҡсаһы — балаларға» федераль проект етәкселегенән ыңғай яуап килде. Документҡа ярашлы, балалар баҡсаларында 3750 өҫтәмә урын булдырыу өсөн төбәк 24,369 миллион һум күләмендәге федераль субсидиялар аласаҡ.