9 декабрь, Йома

21 июль 2011 йыл, 19:07

Башҡортостанда федераль милектә булған ерҙәр йорт төҙөү өсөн файҙаланыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы Федераль милектә булған ҡайһы бер ерҙәр йорт төҙөү өсөн файҙаланыласаҡ. Был хаҡта 21 июлдә БР Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтте. Тейешле килешеү уның Мәскәүҙә Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Александр Браверман менән осрашыу барышында булдырылды.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренә ҡарағанда, август аҙағы – сентябрь башында республикаға Фондтың ҙур делегацияһы килергә планлаштыра. Тәү сиратта Өфөнән 100 километр радиустағы федераль милектә булған ерҙәрҙе йорт төҙөү өсөн биреү мәсьәләһе ҡараласаҡ.

— Беҙ шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм республиканың башҡа ҡалаларындағы хәлде лә тикшерәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Фонд менән бындай килешеү торлаҡ төҙөү өсөн участкалар етмәү мәсьәләһен бер ни тиклем хәл итергә ярҙам итәсәк. Улар хәҙер республикала ныҡ етешмәй. Һуңғы йылдарҙа уларҙы әҙерләү буйынса эштәр алып барылманы тиерлек.

Ер етешмәү проблемаһын хәл итеү өсөн Рөстәм Хәмитов йәнә бер тәҡдимен еткерҙе. Уның фекеренсә, ҡасандыр бүленгән участкаларға ревизия үткәрергә кәрәк.

— Йыш ҡына уларҙың нисек теләй шулай, ҡайһы саҡта шылтыратыу буйынса ғына, арзан хаҡҡа, «үҙ кешеләргә» бүленеүе сер түгел, — тине Башҡортостан Президенты. – Бөгөн был участкаларҙа бер нимә лә төҙөлмәй, уларҙы отошло һатып, аҡса эшләүҙе генә көтәләр. Ер спекуляция әйберенә әйләнде. Әгәр закон рөхсәт итә икән, ундай участкаларҙы тартып алып, барлыҡ хоҡуҡи процедураларға таянып, кире һатыуға ҡуйырға кәрәк.