5 декабрь, Дүшәмбе

21 июль 2011 йыл, 17:05

Башҡортостанда праймериз старт алды

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты праймеризы старт алды. Тәүге һайлау бөгөн Өфө ҡалаһының Дим районында үтә. Праймериз асыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координация советы ағзалары ҡатнашты.

Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса тауыш биреү процедураһында Өфөнән, Шишмә һәм Өфө райондарынан 300-гә яҡын вәкил ҡатнаша. Үҙ программаларын осрашыуҙа 39 кандидат тәҡдим итә. Улар араһында – Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаттары, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ҡараған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре.

Тәүге халыҡ тауыш биреүе үткән Балалар ижады һарайы сәхнәһенән үҙ программаларын Рәсәй Паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы Рима Баталова, «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы вице-президенты Виктор Климов, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева тәҡдим итте. Был программалар республика халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Праймеризда ҡатнашыусылар үҙҙәренең хеҙмәт ҡаҙаныштары, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Кандидаттар уйлауынса, халыҡ һаулығы, медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу, мәғариф, халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү мәсьәләләре артабанғы эштең өҫтөнлөктәре булырға тейеш. Сығыш яһаусыларҙың күпселеге фекеренсә, йәшәү шарттары мәсьәләләре лә мөһим: торлаҡ, хеҙмәт хаҡы, эшкә урынлашыу.

Фекер алышыу һорау-яуап режимында үтә. Праймериз процедураһы йәшерен тауыш биреү менән тамамланасаҡ. Барлыҡ вәкилдәргә бюллетендәр бирелгән. Тауыш биреү тейешле кандидаттарҙың фамилиялары ҡаршыһына билге ҡуйыу рәүешендә үтә. Аҙаҡтан комиссия уларҙы ҡушып, тауыштар һанаясаҡ. Шулай итеп, һәр кандидаттың рейтингы билдәләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда праймериз 17 майҙансыҡта үтәсәк. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегенә 123 кандидат ингән. Иң лайыҡлыларын «Берҙәм Рәсәй» һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре билдәләйәсәк.