6 декабрь, Шишәмбе

21 июль 2011 йыл, 15:33

Башҡортостандың йәштәр лидерҙары актуаль сәйәси мәсьәләләрҙе тикшерҙе

автор: Сергей Захаров

Өфөлә Башҡортостан йәштәренең лидерҙары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Ҡыҙыу дискуссия барышында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына буласаҡ һайлауҙар шарттарында йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде.

Бөгөн төрлө ҡараштағы йәштәрҙең үҙ идеялары менән уртаҡлашыу, бәхәстәрҙә үҙҙәренең фекерен яҡлау мөмкинлектәре булыуы билдәләнде. Был асыҡ йәмғиәткә һәм Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәлде демократлаштырыуға табан реаль аҙымдар күрһәткесе.

Йәш лидерҙар илдең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуын, шулай уҡ үткәрелгән реформаларҙа, модернизация, инновацион инициативалар буйынса сәйәсәттә Башҡортостан һәм Рәсәй етәкселеген хуплауын белдерҙе.

Бындай түңәрәк өҫтәлдәрҙе даими рәүештә үткәрергә ҡарар ителде.