7 декабрь, Шаршамбы

21 июль 2011 йыл, 14:10

Башҡортостан умартасылары йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамларға уйлай

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында 2020 йылға тиклем республикала умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы проектын әҙерләү буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте. Эш төркөмө составында БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, төрлө милек формаһындағы бал етештереү һәм эшкәртеү предприятие етәкселәре, ғалимдар, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнашты.

Умартасылыҡ өлкәһендәге былтырғы эш һөҙөмтәләрен тикшереп, Азат Йыһаншин һуңғы ваҡытта тармаҡта күп мәсьәләләр йыйылып китеүен әйтте.

— 2010 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында 398 тонна һатыу өсөн билдәләнгән бал етештерелгән. Крәҫтиән хужалыҡтарында ағымдағы йыл башына 22,5 мең бал ҡорто күсе булған, — тине ул. – Халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында 238,2 мең бал ҡорто күсе тотола. Шәхси хужалыҡтарҙа һатыу өсөн билдәләнгән балдың етештереү күләме былтыр 4099 тонна тәшкил иткән. Былтыр ҡоролоҡ булды, ә әлеге йыл ауыл хужалығы өсөн бик ҡулай. Һатыу өсөн билдәләнгән балды йыя башланылар ҙа инде, һәм республика умартасылары йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлар, тигән ышаныс бар.

Эш төркөмө ағзалары умартасылыҡты үҫтереү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе билдәләне. БР Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, уларҙы хәл итеү 2020 йылға тиклем республикала умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы проектына индереләсәк.