3 декабрь, Шәмбе

21 июль 2011 йыл, 12:20

Стәрлетамаҡ аграрийҙары сит ил технологиялары буйынса эшләй

автор: "Башинформ"

Шаршамбы, 20 июлдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш визиты менән Стәрлетамаҡ районында булып ҡайтты.  Эш сәфәрен «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативына барыуҙан башланды. Бында 600 баш эре мал өсөн һимертеү майҙансығы төҙөлә. Нигеҙ итеп эре мал аҫрауҙың канада технологиялары алынған. Сит ил тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был ысул энергияны самалы ғына ҡулланып, яҡшы артым алыу мөмкинлеген бирә. Хужалыҡ баҫыуҙарында мал аҙығы йыйыу кампанияһының ҡыҙыу мәле. Премьер-министрға судан үләне баҫыуҙарын күрһәттеләр. Бөгөн ул баҫыуҙарҙа мал аҙығы культураларын йыйыусы ике «Дон -680» комбайны һәм «Маг Дон» сапҡысы эшләй. Явнов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы ла ҡалышмай. Бында ике йыллыҡ мал аҙығы запастарын әҙерләргә планлаштыралар.

Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында 400 баш эре мал өсөн ике һыйыр аҙбары реконструкциялана. Энергияны һаҡсыл тотонған заманса технологиялар ҡулланыла. Картуф плантациялары был хужалыҡ аграрийҙарының айырыуса ғорурлығы булып тора. Бөгөн бында һыу ҡойоуҙың итальян технологиялары әүҙем ҡулланыла.

«Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында Премьер-министр сусҡасылыҡ предприятиеһының ит эшкәртеү цехтарында, әҙер продукция келәтендә, теплица комплексында, фирма магазинында булды.

— Стәрлетамаҡ районының агросәнәғәт комплексы һөҙөмтәле сит ил технологияларын ҡулланыуы менән динамик үҫешеүҙең асыҡ өлгөһө булып тора, — тип эш сәфәренә комментарий бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. – Был тәжрибәне ҡулланылышҡа индереү республика өсөн бик мөһим.