4 декабрь, Йәкшәмбе

20 июль 2011 йыл, 16:40

Башҡортостанда Халыҡ программаһына 17 меңдән ашыу тәҡдим индерелгән

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Халыҡ программаһына 17 меңдән ашыу тәҡдим йыйылған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Халыҡ программаһы төрлө форматтарҙа ҡарала. Йәш гвардиясылар тәҡдимдәрҙе ҡала һәм ауыл урамдарында, күп кеше йыйылған урындарҙа йыя. Күп кенә ҡыҙыҡлы инициативалар narodfront.ru интернет-сайтына килә. Эштең айырым йүнәлеше — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ышаныслы кешеләренең халыҡ менән осрашыуы. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ышаныслы кешеләре (улар Башҡортостанда 13) асыҡ дискуссия сиктәрендә Халыҡ программаһына тәҡдимдәр йыя.

— Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бик күп, хәҙер уларҙы эксперт төркөмө өйрәнә, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. – 1 августа тәҡдимдәр йыйыу тамамланасаҡ. Бынан һуң улар Николай Федоров етәкләгән Социаль-иҡтисади һәм сәйәси тикшеренеүҙәр институты тарафынан федераль кимәлдә тикшереләсәк. Унан һуң программа булдырыласаҡ, уның менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һайлауҙарға барасаҡ.