7 декабрь, Шаршамбы

20 июль 2011 йыл, 15:16

Башҡортостандың өсөнсө йәштәр делегацияһы «Селигер-2011» форумында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан делегацияһы Тверь өлкәһендә «Селигер-2011» Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумының өсөнсө сменаһында ҡатнаша. Делегаттар иҫәбендә — Любовь Кондратьева, Тимур Сәфәрғәлиев, Александр Иванов, Венера Истамғолова, Флүзә Ҡотлогилдина.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, «Барыһы ла өйҙә» һәм «Йәштәр хөкүмәттәре» блоктарын үҙ эсенә алған өсөнсө смена 17-25 июлдә үтә.

Өҫтәп үтәйек, «Барыһы ла өйҙә» проектының тематик сменаһы йәштәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен реформалау процессында ҡатнашыуына бағышланған. Бында бөтә илдән эргә-тирәне яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә әҙер булған 3000 меңдән ашыу йәштәр йыйылған. Шулай уҡ сараға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге билдәле инвестор-бизнесмендар ҙа килгән, улар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы проекттарға ярҙам итергә лә әҙер.

«Йәштәр хөкүмәттәре» сменаһы хаҡында һөйләгәндә, ул форумда тәүгә үткәрелә, тип билдәләп үтәйек.Уның уҡытыу программалары һәм тренингтары һөҙөмтәләре буйынса 50 делегат Мәскәүгә федераль министрлыҡтарға стажировкаға ебәреләсәк; 50 делегат Әрмәнстанда үткәсәк Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең Йәштәр хөкүмәттәре халыҡ-ара форумына саҡырыу ҡағыҙы аласаҡ; 40 проектты «Йәштәр инициативалары» агентлығы артабанғы финанслау өсөн һайлап аласаҡ.

Үткән сменалар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йәштәре үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итеү һәм белем алыу ғына түгел, инвесторҙар ҙа тапты, үҙҙәренең инновацион асыштарын артабан алға ебәреү өсөн эшлекле бәйләнештәр ҙә булдырҙы.

«Селигер-2011» 25 июлдән 2 авгусҡа тиклем үтәсәк «Сәйәсәт» сменаһы менән тамамланасаҡ.