9 декабрь, Йома

20 июль 2011 йыл, 13:13

Күгәрсен районында «Байыҡ» балалар конкурсы старт аласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Байыҡ» өсөнсө республика балалар башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы 20 июлдә Күгәрсен районында асыласаҡ. Ул дүрт көн дауамында барасаҡ һәм 23 июлдә «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында асыҡ һауала гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Тәбиғәттә үткәрелгән конкурстың бындай форматы йәш бейеүселәр өсөн бик уңайлы, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Йыл һайын конкурста төрлө ил һәм төбәктәрҙән коллективтар ҡатнаша, шуға күрә балаларҙың конкурс ярыштары, репетициялар һәм концерттарҙан тыш экскурсияларға барырға, күп ваҡыт тәбиғәттә үткәрергә, бер-береһе менән аралашырға мөмкинселеге буласаҡ. Шулай итеп, быйыл «Байыҡ» конкурсында Чечнянан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Ҡаҙағстандан, Тверь өлкәһенән хореография ансамблдәре сығыш яһаясаҡ. Конкурс йәмғеһе 300 ҡатнашыусыны йыясаҡ.

Йола буйынса еңеүселәрҙе «Соло» һәм «Ансамбль» номинацияларында 3-тән 10 йәшкә һәм 10-дан 15 йәшкә тиклемге ике йәш категорияһында билдәләйәсәктәр.

темалар: конкурстар