3 декабрь, Шәмбе

20 июль 2011 йыл, 11:51

«Эшлекле Рәсәй» вице-президенты Өфө журналистарына яңы индустриялаштырыу планын тәҡдим итте

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

«Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты федераль штабының даими ағзаһы Николай Остарков эш визиты сиктәрендә Өфөлә булды. Визит һөҙөмтәләре буйынса кисә «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһы үтте. Унда «Эшлекле Рәсәй» вәкиле журналистарға «Яңы индустриялаштырыу» (25х25 концепцияһы) исеме бирелгән  Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән үҫеш стратегияһы хаҡында һөйләне.

Конференция башланыр алдынан Николай Остарков менән Дәүләт Думаһына кандидаттар һайлау буйынса дөйөм халыҡ тауыш биреүендә ҡатнашыусылар исемлегенә ингән «Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин таныштырҙы.

— Беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Рафаэль Мәрҙәншин кандидатураһын яҡлау Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүемдең бер сәбәбе булып тора, — тине Николай Остарков.

«Яңы индустриялаштырыу» (25х25 концепцияһы) планы  хаҡында һөйләгәндә, «Эшлекле Рәсәй» вице-президенты документтың 26 майҙа уҙған йыл һайын үткәрелеүсе «Эшлекле Рәсәй» бизнес-форумында тәҡдим ителеүен һәм форум эшендә ҡатнашҡан РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин тарафынан хупланыуын иҫкә төшөрҙө.

— 2025 йылға милли иҡтисадтың эшкәртеү тармаҡтарының әүҙем үҫеше иҫәбенә конкуренция секторында 25 миллион юғары һөҙөмтәле заманса эш урындарын булдырыу пландың төп маҡсатлы күрһәткесе булып тора, — тине Николай Остарков.

«Эшлекле Рәсәй» был маҡсатҡа шәхси инвестицияларҙы маҡсатлы йәлеп итеү ярҙамында ирешеп була, тип һанай.

Рафаэль Мәрҙәншин үҙ сиратында эшҡыуарлыҡ, конкуренция үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыуға һәм һөҙөмтә булараҡ – торомош кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән иҡтисади сәйәсәт булдырылыуына һәм тормошҡа ашырылыуына ярҙам итеү «Эшлекле Рәсәй»ҙең төп маҡсаттарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кисә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән «Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип шулай уҡ журналистарға хәбәр итте Рафаэль Мәрҙәншин.