Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда ташлама алыусылар һыу һәм газ счетчиктарын ҡуйғанда компенсация аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын ҡуйҙыртҡан граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация биреү өсөн 30 миллион һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Средстволар менән БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эш итәсәк.

Хөкүмәттә шулай уҡ «2011-2013 йылдарҙа һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын ҡуйғанда граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация биреү тәртибе тураһында»ғы ҡарар проекты эшләнеү өҫтөндә.

Дөйөм сумма 105 миллион һумдан артасаҡ. Средстволар «2010-2014 йылдарға энергияны һаҡсыл тотоноу һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» республика комплекслы программаһында ҡараласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть