5 декабрь, Дүшәмбе

19 июль 2011 йыл, 17:44

Өфөлә автокомпоненттар етештереү буйынса яңы цех асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Өфөлә «Witzenmann» немец компанияһының автокомпоненттарын етештереү буйынса производствоның икенсе сираты асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Яңы цехта Рәсәй биләмәһендә йыйылған «ВАЗ», «Ford», «Volkswagen», «Renault», «Hyundai» кеүек һәм башҡа автомобилдәрҙең газ сығарыу системаһының компенсаторҙары өсөн экрандар һәм сильфондар етештереләсәк. Цех 100-ләгән кешене эш менән тәьмин итәсәк.

— Бөгөн республикабыҙ иҡтисадына ҙур өлөш индерәсәк тағы ла бер цехҡа нигеҙ һалынды, — тине Рөстәм Хәмитов цехты асыу тантанаһында. – Был бик мөһим ваҡиға, сөнки бөгөн Рәсәй Федерацияһында сығарылған һәр бер автомобилде тиерлек конденсация һәм газ сығарыу системаларының мөһим элементтары менән тәьмин итәсәк юғары технологиялы, заманса предприятиеның икенсе сираты асыла. Был бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы, тип иҫәпләйем. Оҙаҡламай бында предприятиеның өсөнсө сиратын да асырбыҙ, тип ышанам.

«Witzenmann» компанияһы инвестицион проекттарын Башҡортостан территорияһында 2003 йылдан башлап тормошҡа ашыра. Автокомпоненттар етештереүҙән тыш, ул нефть-газ химияһы һәм ҡара металлургия предприятиелары өсөн кәрәк булған башҡа әйберҙәрҙе лә етештерә.

Шулай уҡ предприятиены асыу тантанаһында ҡатнашҡан Германияның Рәсәй территорияһындағы генераль консулы Рената Шимкорайт һүҙҙәренә ҡарағанда, уның нигеҙенә тәүге таш ике йылдан ашыу элек һалынған. Ул ваҡытта цех төҙөү яҡын арала хәл ителәсәк мәсьәлә тип күҙалланғайны. Ләкин иҡтисади көрсөк арҡаһында компания үҙенең инвестицион проекттарын Рәсәй биләмәһендә тормошҡа ашырыуҙы туҡтатып торорға мәжбүр булды, һәм предприятие быйыл ғына төҙөлөп бөттө.

Хәҙер, иҡтисади хәл яҡшыра төшкәс, «Witzenmann» компанияһы беҙҙең республика территорияһында етештереүҙе арттырырға планлаштыра. Башҡортостан иҡтисадына һалынасаҡ компания инвестицияларының дөйөм күләме ағымдағы йылдың аҙағына 250 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Ә 2012 йылда яңы цех эргәһендә Өфөлә уға оҡшаш тағы ла бер участка төҙөләсәк, ул 30-50 кеше өсөн эш урындарын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Рөстәм Хәмитов яңы цех менән танышты, «Witzenmann» изделиеларының береһенә автограф та ҡуйҙы һәм немец партнерҙарына сираттағы етештереү линияһы нигеҙенә беренсе ташты тиҙерәк һалыуҙарын теләне.