10 декабрь, Шәмбе

19 июль 2011 йыл, 14:57

Башҡортостан федераль программала ҡатнашыу өсөн «Ҡурай» техника паркының проектын тәҡдим итте

автор: «Башинформ»

Мәскәүҙә Рәсәй элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев етәкселегендә юғары технологиялар өлкәһендә технопарктар булдырыу федераль программаһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте.

Унда юғары технологиялы техника парктарын булдырыу яңы перспективаларға эйә һәм ул ярайһы уҡ киңәйтеләсәк, тип билдәләнде.

Башҡортостан шулай уҡ ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Әлегә «Ҡурай» исеме бирелгән техника паркын булдырыу проектын федераль ҡушып финанслау өсөн Мәскәүгә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мөлөков ғариза бирҙе.

«Ҡурай» техника паркын «Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты» дәүләт унитар предприятиеһы нигеҙендә булдырыу ниәтләнә.

Энергия ресурстары транспорты проблемалары институтының бинаһы модернизацияланасаҡ. Уға өҫтәп ике ҡат төҙөйәсәктәр, ә эргәһендә яңы корпус һалынасаҡ. Техника паркының дөйөм майҙаны 26,5 квадрат метр тәшкил итәсәк. Уны 2014 йылдың дүртенсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла. Бер нисә шәхси компания инвестор булырға әҙер.

Марат Мөлөков һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан федераль программала ҡатнашыуы менән республика һалған бер миллиардҡа федераль ҡаҙнанан  ҡушып финанслау тәртибендә бер миллиард инвестиция йәлеп итә ала, тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.