Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу буйынса лидер

Йәмғиәт

Башҡортостандан 8100-ҙән ашыу кеше ағымдағы йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Өҫтәүенә, был күрһәткес пландағынан артығыраҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың хәрби комиссариатында.

РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының начальник урынбаҫары Василий Смирнов әйтеүенсә, Башҡортостан – хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидер.

Үҙәк хәрби округының хәрби комиссариаттары ғәскәрҙәргә Волга буйынан, Уралдан, Көнбайыш Себерҙән һәм Байкал буйынан йәмғеһе 102 мең призывникты оҙатҡан. Уларҙың өстән бер өлөшө округ биләмәһендә хеҙмәт итәсәк. 4,5 меңдән ашыуы – Хәрби-диңгеҙ флотына, 11 меңе – Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә, 7 меңдән ашыуы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә ебәрелгән. 72 кеше альтернатив граждан хеҙмәтен һайлаған.

Хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы ҡуйылған сроктарҙа, ойошмалы рәүештә, өҙөклөктәрһеҙ үткәрелгән, призывниктар һаны планлаштырылған күрһәткестәрҙән бер аҙға юғарыраҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть