5 декабрь, Дүшәмбе

19 июль 2011 йыл, 9:37

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты вазифаһында теүәл бер йыл

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Президенты вазифаһында эшләй башлауына теүәл бер йыл тулды. 2010 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышында депутаттар уға тейешле вәкәләттәр йөкмәтте.

Рөстәм Хәмитов кандидатураһы республика парламентына Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тарафынан тәҡдим ителде һәм асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә 105 депутат тарафынан бер тауыштан һайланды. Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт телдәрендә ант бирҙе.

— Бынан алып бар уйҙарым һәм эштәрем республика мәнфәғәтендә, беҙҙең талантлы, эшһөйәр халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эш менән генә бәйле буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов ул тарихи көндә.

Башҡортостан Президенты вазифаһында Рөстәм Хәмитов халыҡ тормошон яҡшыртыуҙы шунда уҡ төп маҡсаты итеп ҡуйҙы. Һуңынан ошо уҡ мәсьәләне ул Башҡортостан Хөкүмәте, муниципаль берәмек етәкселәре, предприятиелар һәм учреждениелар директорҙары алдына ла ҡуйҙы.

«Республика халҡы өсөн эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ!» девизы Башҡортостан Президенты өсөн иң мөһиме булып тора. Республикала иң юғары вазифа биләп, Рөстәм Хәмитов бер йыл инде ошо девиз аҫтында эшләй.