8 декабрь, Кесе йома

18 июль 2011 йыл, 10:21

Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел районында булып ҡайтты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел районында булып ҡайтты, унда ул бер нисә предприятиеларҙың, социаль учреждениеларҙың, инфраструктура  объекттарының эше менән танышты.

Байҡыбаш ауылында Рөстәм Хәмитов төрлө ағас продукцияларын етештереүсе «УфаЛесПром» урман сәнәғәте предприятиеһында булды. Предприятиела  өс сменала 60 кеше эшләй. Башҡортостан Президенты етештереү технологияһы менән танышты, брус ялғау линияһы эшен ҡараны, ағас эшкәртеү һәм мебель әҙерләү цехтарында, әҙер продукция келәтендә булды.

Ҡайындан мебель етештереүҙе көйләү өсөн предприятиеға Ҡытайҙан технолог саҡырылған. Ете ай дауамында сит ил кешеһе урындағы оҫталар менән тәжрибә уртаҡлаша. Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты  үҫтереүҙә предприятиены башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.

Ҡариҙел ауылында Рөстәм Хәмитов 1-се урта мәктәпте реконструкциялау эше менән танышты. Бында 670 бала уҡый. Быйыл мәктәп 36 ун беренсе класс уҡыусыһын сығарған. Башҡортостан Президенты БДИ һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды. Бер уҡыусының биология буйынса 100 балл йыйғаны асыҡланды.

Хәҙер мәктәптә түбә, тәҙрә, йылытыу системаһын алмаштырыу, мәктәп фасадына капиталь ремонт яһау эштәре бара. Эштәр 1 сентябргә тамамланырға тейеш. Киләһе уҡыу йылында мәктәп яңы өс класс асасаҡ.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ XIX Ауыл спорт уйындары сиктәрендә футбол буйынса зона ярыштары үткән стадионды ҡараны.

Яңы Бәрҙәш ауылында Рөстәм Хәмитов «Луч», «Юрюзаньдрев», «Азатлыҡ», шәхси эшҡыуар Хисамовтың ағас эшкәртеү предприятиеларының эше менән танышты. Бында ағастан таҡта, бура, күмер һәм башҡа продукция етештерелә.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел район үҙәгендә аҙыҡ-түлек магазиндарында булды. «Нива» супермаркетында республика Президенты ситтән килтерелгән һөт аҙыҡтарына иғтибар итте, уның ҡарауы «Ҡариҙел» супермаркетында Рөстәм Хәмитовҡа урындағы быҡтырылған ит, лимонад, Ҡарламандың ҡуйыртылған һөтөн һәм ит ярымфабрикаттарын күрһәттеләр.

Магазин кәштәләрендә тәү сиратта үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукция булырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.

Ҡариҙел районында Рөстәм Хәмитовҡа Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпере урынына төҙөләсәк аҫмалы күпер макетын күрһәттеләр. Бындай аҫмалы күперҙәрҙең республиканың башҡа райондарында ла төҙөү варианттарын ҡарарға кәрәк, тип белдерҙе республика Президенты.