Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яңы уҡыу йылында Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге эшләй башлаясаҡ

Йәмғиәт

Сентябрҙә Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәген асыу планлаштырыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Мәрхәмәт» хәйриә фонды президенты Айгөл Гәрәева хәбәр итте.

Ул Өфөнөң үҙәгендә, Цюрупа урамы,104 адресы буйынса урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта бинала ремонт эштәре бөтөп килә, йыһаз-ҡорамалдар һатып алына.

— Тәүҙә үҙәктә 3-18 йәштәрҙәге 94 бала шөғөлләнәсәк, — ти Айгөл Гәрәева. — Һәр төркөм етегә тиклем кешенән торасаҡ. Был ике-өс йыллыҡ модулле белем биреү үҙәге буласаҡ.  Мәктәп дисциплиналарын үҙләштереүҙә ярҙам итеүҙән тыш, художество-эстетика блогы ойоштороласаҡ. Балалар музыка, вокал, актерлыҡ оҫталығы менән шөғөлләнәсәк.

Бынан тыш, уларға консультациялары менән психологтар, логопедтар, дефектологтар ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть