8 декабрь, Кесе йома

15 июль 2011 йыл, 16:16

Белорет районында репрессияға тарттырылғандар иҫтәлегенә монумент асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Белорет районы Йырматау ауылында репрессияға эләккән ауылдаштар иҫтәлегенә монумент асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

Монумент асыуға бағышланған митинг Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланды.

Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов митингыла сығыш яһап, бындай сараларҙы үткәреү  нахаҡҡа сәйәси репрессияға тарттырылған кешеләр тураһында хәтер һаҡлауға, һәм был күренеште киләсәктә булдырмауға йүнәлтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һүҙен йомғаҡлап, ул сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алырға тәҡдим итте.

Митингыла шулай уҡ Йырматау ауылының оло кешеһе – 90 йәшлек яҙыусы Игорь Павлович Максимов, техник фәндәр кандидаты Рәйес Ғимазетдинов, Туҡан ауылы хакимиәте башлығы Юрий Калугин сығыш яһаны. Бер минут тын торғандан һуң, митингыла ҡатнашыусылар  монументка сәскәләр һалды.

Митинг Туҡан ауылы мәҙәниәт йорто художестволы коллективтарының концерты менән тамамланды.