Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса яңы телепроект старт ала

Йәмғиәт

6 августан «Вся Уфа» каналында Башҡортостан Республикаһында эске туризмды үҫтереү буйынса яңы телевизион проект старт аласаҡ.

«Руссо туристо» программаһы сиктәрендә республикабыҙҙың иң матур һәм үҙенсәлеле урындары тураһында документаль фильмдар серияһы эфирға сығасаҡ. Телевизор ҡараусылар проектта ҡатнашыусылар менән бергә билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Мораҙым тарлауығына сәйәхәт итәсәк, «Урал батыр» эпосындағы ваҡиғалар барған урындарҙы: ҡаяларҙы, мәмерйәләрҙе, йылғаларҙы күрәсәк.

Был БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы, Башҡортостан Туриндустрия союзы һәм «Вся Уфа» телекомпанияһының берлектәге проекты.  

Башҡортостанда күптәр уның барлығын да белмәгән уникаль тәбиғәт объекттары, архитектура, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары бик күп. Проект республиканы туризм буйынса бөтә уңайлыҡтары булған төбәк булараҡ рекламалау маҡсатында ойошторола.      

Программа һәр шәмбе һәм йәкшәмбе 13.00-дә һәм 19.00-дә эфирға сығасаҡ. Шишәмбе һәм кесаҙна 22.35-тә ҡабатлап күрһәтеләсәк.

«Вести-24» телеканалында был программаны шәмбелә 8.00-дә һәм 22.00-дә, йәкшәмбе көндө 8.00-дә һәм 16.00-дә ҡарарға мөмкин буласаҡ, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть