6 декабрь, Шишәмбе

15 июль 2011 йыл, 14:07

Сибайҙа тәмәке тартыуға ҡаршы баннер урынлаштырылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Сибайҙа тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән социаль реклама булдырылды. Баннерҙа тәмәке ҡабын йомарлап тотҡан килеш ҡулын һуҙған ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән. Эргәһендә: «Тәмәке тартыуҙы дауам итәһеңме? 400 000 кеше Рәсәйҙә йыл һайын үлә! Тәмәкенән баш тарт – ул модала түгел!» — тигән яҙыуы бар.

«Башинформ» агентлығына «Айыҡ Сибай» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Артем Пушкарев хәбәр итеүенсә, бындай идея күптән барлыҡҡа килгән һәм, ниһайәт, ул ҡалала беренсе булып тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән социаль реклама щитын урынлаштыра алған.

«Айыҡ Сибай» рәйесе аңлатыуынса, Рәсәйҙәге Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәй төбәктәре етәкселәрен Краснодар крайынан өлгө алырға саҡыра. Унда йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу ҡарала.

Реклама урындарының 10 процент өлөшөн социаль рекламалар өсөн түләүһеҙ ҡулланырға мөмкин, ләкин был хаҡта күптәр белмәй, тип белдерҙе Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Әлфир Вәлитов.

— Беҙҙең ҡалаларҙа бындай баннерҙар күберәк кәрәк, — тине Әлфир Вәлитов. – Моғайын кемдер иғтибар итеп, уйға ҡалыр һәм үҙ-үҙен ағыулауҙан баш тартыр. «Айыҡ Сибай» ойошмаһына һәм Сибай һөт-консерва комбинаты етәкселәренә проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдергем килә. Минеңсә, башланғыс һалынды һәм киләсәктә беҙҙең ҡалала башҡа социаль мәсьәләләргә йүнәлтелгән бер нисә реклама щиттары булдырылыр.