10 декабрь, Шәмбе

15 июль 2011 йыл, 14:02

Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты менән эш осрашыуы үткәрҙе. Гарри Оттен Өфөгә халыҡ-ара шашка буйынса ярыштарҙы асыу тантанаһына килгән.

— Бөтә донъя шашка федерацияһы менән ойошторолған ярыштарҙы ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. — Ярыштар яҡшы үтһен өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Гарри Оттен әйтеүенсә, турнирҙа донъяның дүрт континенты спортсылары ҡатнашасаҡ. Ул, уйынды интернет аша бар донъя буйынса меңәрләгән тамашасы күҙәтә аласаҡ, тип билдәләне.

Осрашыуҙа Гарри Оттендың 2013 йылдағы ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатын Өфөлә үткәреү тәҡдиме тикшерелде.

— Беҙ күләмле, ҙур булмаған, хатта бәләкәй ярыштарҙы ла үҙебеҙҙә үткәреү инициативаларын хуплайбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — 2013 йылға тиклем бындай чемпионат үткәреү өсөн мөмкинлектәребеҙ тағы ла артасаҡ. Һеҙҙең тәҡдимегеҙҙе ихлас ҡараясаҡбыҙ һәм уға ыңғай яуап булыр.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостандың баш ҡалаһында 16-17 июлдә — шашка буйынса донъя чемпионаты (тиҙ уйналыусы программа), 18 июлдән 24-енә тиклем  донъя Кубогы (классик программа) үтәсәк. Турнирҙа донъялағы иң көслө уйынсылар ҡатнашасаҡ. Өфөгә сит илдәрҙән 120 ҡатнашыусы килгән дә инде.