7 декабрь, Шаршамбы

15 июль 2011 йыл, 12:38

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Франция-Рәсәй тикшеренеү үҙәге директоры менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Франция-Рәсәй Гуманитар фәндәр буйынса тикшеренеү үҙәге етәксеһе Жан Радвани менән осрашты. Рәсәй һәм Франция аспиранттары өсөн йәйге мәктәп ойоштороуҙы тикшереү осрашыуҙың төп темаһы булды. Быйыл уны үткәреү урыны итеп Башҡортостан һайланған.

— Беҙ Башҡортостандың һәм Волга буйы федераль округының үҫеше буйынса тикшеренеүҙәр барышына бәйле мәғлүмәт һәм тәжрибә менән уртаҡлашасаҡбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты менән осрашҡандан һуң Жан Радвани. – Беҙҙе Башҡортостан кеүек күп милләтле төбәктең этнос-ара һәм дини мөнәсәбәттәре ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә быйыл беҙ ошонда эшләргә ҡарар иттек.

Бөгөн көндөң икенсе яртыһында Өфөлә аспиранттарға федерализм мәсьәләләре буйынса семинар үтәсәк. Иртәгә иһә республиканың көнсығыш райондарының береһендә тикшеренеү үҙәгенең дүрт көнлөк лагеры асыласаҡ. Лагерь эшендә Рәсәй һәм Францияның 20 аспиранты һәм эксперты ҡатнашасаҡ.