10 декабрь, Шәмбе

15 июль 2011 йыл, 12:44

Асҡарҙа БР бәләкәй бизнесын микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды

автор: «Башинформ»

Әбйәлил районы үҙәгендә БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды. Ул район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы бинаһының икенсе ҡатында урынлашты.

Уны асыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары – 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһын күҙәтеп барыу офисы етәксеһе Мирхәйҙәр Фәтхуллин, «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Илһам Закиров ҡатнашты.

Ҡунаҡтар Үҙәк маҡсаттары һәм бурыстары,бәләкәй бизнесты финанслау шарттары хаҡында һөйләне, офисты ҡарап сыҡты, Әбйәлил районы эшҡыуарҙары менән аралашты.

Был сара 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Программа өсөн вице-премьер – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов яуаплы, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.