
Ял көндәре Башҡортостанда ҡояшлы буласаҡ
Башҡортостанда ял көндәре ямғырһыҙ үтәсәк. Яуым-төшөм тик йома көнө, 15 июлдә, була.
Гисметео мәғлүмәте буйынса, шәмбелә һәм йәкшәмбелә һауа торошоноң аяҙ булыуы көтөлә. Республикала төнгө сәғәттәрҙә 9-12 градус булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа 26 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
Киләһе аҙна тотороҡло булмаясаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм йәшендәр көтөлә.





