10 декабрь, Шәмбе

15 июль 2011 йыл, 11:13

9 һәм 12 августа Башҡортостанда дәүләт милкен һатыу буйынса аукцион үтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республиканың дәүләт милкендә булған мөлкәтте һатыу буйынса аукцион иғлан итә.

9 августа йәмғиәттең уставтағы капиталынан 29,70% күләмендә «Нефтегазмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең акциялар пакетын һатыу буйынса аукцион үтәсәк.  

«Хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен көйләү үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең акцияларын һатыу буйынса аукцион (92,32%)12 авгусҡа билдәләнгән.

Сауҙала ҡатнашыуға заявкалар БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында 2 һәм 8 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 273-61-38; 272-83-35; 273-45-06; 272-88-61 телефондары аша һәм http://www.mio.bashkortostan.ru/index.php?page=Docs&id=19 һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин.

темалар: анонс