8 декабрь, Кесе йома

15 июль 2011 йыл, 11:09

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы һатып алыусыларҙы республикала етештерелгән продукцияны алырға саҡыра

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы 14 июлдә «Аҙыҡ-түлек баҙарында Башҡортостан Республикаһы етештереүселәренең продукцияһын һатыу тураһында» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың аҙыҡ-түлек баҙарында маҡсатлы рәүештә үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукцияны һатырға кәрәк, тигән тәҡдиме сараны үткәрергә сәбәп булды.

Түңәрәк өҫтәл эшендә ассоциация ағзалары ҡатнашты – сауҙа селтәрҙәре һәм баҙар етәкселәре, Башҡортостандың Һөтсөлөк союзы һәм Икмәк бешереүселәр союзы вәкилдәре, Ауыл хужалығы министрлығы, БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар төп теманы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итте. Беренсенән, республикала етештерелгән продукцияны популярлаштырыу маҡсатында әлеге йылдың 25 июленән «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһын тәҡдим итергә һәм башлап ебәрергә.

20 июлгә тиклем акцияны тормошҡа ашырыу тураһындағы положение әҙерләнергә: акцияла республика предприятиеларының, сауҙа ойошмаларының һәм етештереүселәрҙең ҡатнашыу шарттары тураһында, һәм берҙәм макет һәм эмблема раҫланырға тейеш.

Икенсенән, сауҙа предприятиеларына һәм етештереүселәргә «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» акцияһын хуплап, магазиндарҙы тейешенсә биҙәргә тәҡдим ителде, мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙе ойошторорға кәрәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығына продукция ассортименты менән ҡуша республика етештереүселәренең берҙәм реестрын булдырырға тәҡдим ителде. Был сауҙа компанияларына баҙар буйынса тулы һәм ышаныслы мәғлүмәт бирер һәм артабан килешеп эшләү мөмкинселеге тыуһын өсөн эшләнә.

Бынан тыш, Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек продукцияһы, етештереүселәр, сертификация, яңы сыҡҡан продукция, аҙыҡ-түлек сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһында барлыҡ мәғлүмәт булған Берҙәм мәғлүмәт үҙәген булдырырға кәрәк.