5 декабрь, Дүшәмбе

15 июль 2011 йыл, 9:10

Рөстәм Хәмитов «Турфест-2011» республика туристик фестивален асыуҙа ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— Йәш саҡта рюкзак менән күп йөрөргә тура килде, — тине йәштәрҙең «Турфест-2011» XXI республика туристик фестивален асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Һәм дөрөҫөн әйткәндә, туризмды һағындым.

Президент, йәштәр әле тәбиғәт ҡосағында, матур урында ял итә һәм яҡшы туристик эш менән шөғөлләнә, тип билдәләне.  

— Башҡортостан – туризм өсөн тәғәйенләнгән матур республика. Бында һыу, һыбайлы, йәйәүле һәм спелеологик маршруттар булдырылырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. Уның әйтеүенсә, республикаға һалдарҙа аға, тауҙарға менә, альпинизм менән шөғөлләнә, иптәштәренә ярҙам күрһәтә алырлыҡ профессиональ әҙерлекле туристар кәрәк.

— Һеҙ бер Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының да туристик берҙәмлеге нигеҙенә әүерелергә тейешһегеҙ, — тип дуҫлашырға өндәне фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Рөстәм Хәмитов.  

Президент йәш туристарҙың ярыштарға әҙерлеген тикшерҙе. Ул Архангел, Ишембай, Краснокама райондары бивактарын ҡараны, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең, Газпром нефтехим Салауат йәмғиәтенең туристары һәм Башҡортостан фестиваленә Ханты-Манси автономиялы округынан килгән команда менән аралашты.

«Турфест-2011»ҙә Башҡортостандың төрлө төбәгенән 20-гә яҡын команда ҡатнаша. Ҡатнашыусылар — 35 йәшкә тиклемге йәштәр. Быйыл фестиваль ике өлөштән тора. Спорт программаһы сиктәрендә һыу, йәйәүлеләр, велосипед дистанциялары һәм «туриада» ойошторолған.

Фестиваль 13 июлдән 17-һенә тиклем Архангел районының Абҙан ауылы янында үтә. Йәш туристарҙың иҫәп буйынса 21-се республика слеты Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған.