7 декабрь, Шаршамбы

15 июль 2011 йыл, 9:27

«Яңы Тәтешле» тарихи-мәҙәни үҙәге балалар өсөн Һыу көнөн ойошторасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

27 июндә «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге балалар өсөн ҙур байрам ойошторасаҡ – Һыу көнө, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Ксения Ғилфанова.

— Байрамда көн матур торор, тип ышанам, — тип әйтә Ксения Ғилфанова. – Беҙ балалар менән яҡындағы һыу ятҡылығына барып, һыу төшәсәкбеҙ һәм төрлө уйын, конкурс, ижади ярыштар үткәрәсәкбеҙ.

Балалар был матур байрамдың айышына тулыһынса төшөнһөн өсөн, «Яңы Тәтешле» тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре сараны махсус рәүештә Нептун көнө тип атағандар.