11 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2011 йыл, 18:03

Башҡортостанда башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү имтихандары башлана

автор: Эльмира Сабирова

Йома көндө, 15 июлдә, Башҡортостанда башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү имтихандары башлана. БР Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 76 урта махсус уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә көндөҙгө бүлеккә 11,5 мең кеше инә ала, уларҙың 2,5 меңе – 11 класс нигеҙендә, 9 меңе – 9 класс нигеҙендә.

94 башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы 13 мең егет һәм ҡыҙҙы ҡабул итергә әҙер. 9 меңдән ашыуын – 9 класс нигеҙендә, 4731 – 11 класс нигеҙендә.

Әйткәндәй, быйыл мәктәп аттестаттарын алмаған дөйөм белем биреү учреждениеларының сығарылыш уҡыусыларының туғыҙ класс нигеҙендә башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында шулай уҡ һөнәри белем алыуы мөмкин. Уҡыу тамамланғас, улар диплом аласаҡ.

Алты урта махсус уҡыу йорто башланғыс һөнәри белем биреү программалары буйынса ла абитуриенттарҙы ҡабул итә, тип өҫтәнеләр мәғариф ведомствоһында.