6 декабрь, Шишәмбе

14 июль 2011 йыл, 17:50

Илдар Ғималетдинов: «Халыҡ фронты – дөрөҫ башланғыс»

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Дәүләт Думаһының Иҡтисад сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ағзаһы  Илдар Ғималетдинов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты «үрҙә» уйлап табылмаған, ә халыҡтың теләгенән сығып эшләнгән, тип иҫәпләй.

— Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты – дөрөҫ башланғыс, — тине депутат «Башинформ» агентлығына. – Уның арҡаһында Дәүләт Думаһына иң лайыҡлы кешеләр генә килергә тейеш. Был ҡайҙалыр үрҙә уйлап сығарылған идея түгел, ә Владимир Путин менән әйтеп ишеттерелгән халыҡ теләге.

Илдар Ғималетдинов, «Берҙәм Рәсәй» һәм Халыҡ фронты өсөн тауыш биргәндә халыҡ кемде һайлағанын белергә тейеш, тип билдәләне. Уның фекеренсә, Халыҡ фронты һәм «Берҙәм Рәсәй» иң лайыҡлыларын ғына тәҡдим итәсәк, ә Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты аша Дәүләт Думаһында бар ҡатлам вәкилдәре лә күрһәтеләсәк.  

Халыҡ яҡшыраҡ йәшәһен өсөн Рәсәйҙә закондар сығарыуҙың тейешле мөхите булдырылырға тейеш – Халыҡ фронты менән «Берҙәм Рәсәй»ҙең төп маҡсаты ошо, тигән фекерҙә депутат.

— Беҙ, Дәүләт Думаһы депутаттары, шундай закондар ҡабул итергә тейешбеҙ, улар ҡабул ителгәс тә, ҡала һәм ауылдарҙың ябай кешеләре уларҙың йоғонтоһон тойоп, яҡшыраҡ йәшәй башларға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илдар Ғималетдинов. – Кешеләргә файҙа килтерерлек еренә еткереп эшләнгән һәйбәт закон ҡабул итеү — беҙҙең төп бурыс.