7 декабрь, Шаршамбы

14 июль 2011 йыл, 16:28

Юрий Пустовгаров: «Башҡортостан Президенты Хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәрешен ыңғай баһалайым»

автор: Любовь Колоколова

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров Владимир Балабановтың Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнеүен ыңғай баһалай.  

Яңы кадрҙар тәғәйенләү уңайынан «Башинформ» агентлығына комментарий биргәндә ул, «был динамизм тренды, республиканың администрациялау вариантынан бөтә яҡлап үҫешеүгә сираттағы аҙым яһауына тағы бер дәлил», тип билдәләне.

— Владимир Балабановтың тәжрибәһен был эш өсөн иң ҡулайы тип иҫәпләйем.  Производство менән коммерция ойошмаларында һәм, әлбиттә, республика Хөкүмәтендә яуаплы вазифаларҙа эшләү тәжрибәһе булған Владимир Александрович кеүек белгестәр икеләтә ҡәҙерле. Шәхсән миндә берлектә эшләүебеҙҙән ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалды. Яңы тәғәйенләнештән дә тәьҫораттарым шундай уҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юрий Пустовгаров. — Юғары вазифаларға ярайһы йәш кешеләрҙең килеүе лә оҡшай. Йәштәр күберәк булған һайын яҡшыраҡтыр, тип уйлайым.

— Башҡортостан Президенты Хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәрешен ыңғай баһалайым,— тип һүҙен йомғаҡланы республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.