4 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2011 йыл, 16:06

КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһендә отчет кампанияһы тамамлана

автор: Марина Шумилова

КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһендә отчет кампанияһы тамамлана, отчет йыйылыштары партияның 66 район һәм ҡала ойошмаһының 59-ында үтте.

Коммунистар үҙҙәренең XVIII  республика отчет-һайлау конференцияһы осоронан үткән йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһаны. 17 июлдә Өфөлә отчет кампанияһы һөҙөмтәләрен дөйөмләштерәсәк, партияның төбәк бүлексәһе торошон анализлаясаҡ, алдағы осорға бурыстар билдәләйәсәк, шулай уҡ сентябрҙә үтәсәк КПРФ-тың XIV (сираттан тыш) съезына делегаттар һайлаясаҡ коммунистарҙың XIX республика отчет конференцияһы үтәсәк.

темалар: партиялар