9 декабрь, Йома

14 июль 2011 йыл, 15:19

Башҡортостанда икенсе тулҡын Берҙәм дәүләт имтиханында 830 кеше ҡатнашҡан

автор: Эльмира Сабирова

Икенсе тулҡын Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар өсөн һынауҙар дауам итә. Математика, география, инглиз һәм немец телдәрен Башҡортостанда 830 кеше тапшырған.

БР төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге мәғлүмәтенә ярашлы, алда һанап үтелгән имтихандар араһынан иң күп кеше ҡатнашҡаны математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы булған, был дисциплинаны 750 абитуриент тапшырған, ә иң аҙ һанлыһы – немец теле буйынса имтихан, барлығы 6 кеше булған. Инглиз теле буйынса тестарҙы – 42, географиянан 32 кеше үткән.  

Иң күп имтихан тапшырыусылар Башҡорт дәүләт университетындағы имтихан ҡабул итеү пунктында булған – 110 кеше, иң әҙе – Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалындағы имтихан ҡабул итеү пунктында – 10 кеше. Өҫтәп шуны әйтәйек, ярайһы уҡ эре һаналған имтихан ҡабул итеү пункттарының береһе – Башҡорт дәүләт медицина университеты пунктында берҙәм дәүләт имтиханын был юлы берәү ҙә тапшырмаған.

Имтихан һөҙөмтәләре һуңыраҡ иғлан ителәсәк.

темалар: мәғариф, БДИ