9 декабрь, Йома

14 июль 2011 йыл, 14:01

Өфөнөң Муниципаль милек менән идара итеү комитетына 1500-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө хакимиәтенең Муниципаль милек менән идара итеү комитетында документтар әйләнешен ойоштороу бүлегенең беренсе ярты йыллыҡтағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Бүлек начальнигы Наталья Тимофееваның билдәләүенсә, был осорҙа Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары — Муниципаль милек менән иадара итеү комитеты рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары адресына 1502 мөрәжәғәт килгән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда был 7363 мөрәжәғәткә аҙыраҡ.

Комитеттан әйтеүҙәренсә, мөрәжәғәттәрҙең кәмеүе ҡала биләмәһендә ер мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса Комитет вәкәләттәренең Ер ресурстары идаралығына тапшырылыуы менән аңлатыла.